10:20 (UTC+5), 08 Декабря 2024

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фирҙәүес Әхмәтйәнова арабыҙҙан китте

«Башинформ» агентлығы коллективы Фирҙәүес Әхмәтйәнованың ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото: Учалы мәғлүмәт үҙәге
Инсаф Хужабирганов

Учалы районында журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фирҙәүес Әхмәтйәнова мәрхүмә булған.

Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова 1964 йылдың 1 сентябрендә Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында донъяға килә. БДУ-ның филология факультетын тамамлай. «Серп и молот» гәзите редакцияһында хәбәрсенән алып баш мөхәрриргә тиклем хеҙмәт юлы үтә.

Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында баҫма матбуғат бүлеге мөдире булып эшләне.

2021 йылда Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалының Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры итеп тәғәйенләнде.

Мәрхүмә менән хушлашыу 10 декабрҙә Учалы ҡалаһында үтәсәк.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика