

Башҡортостанда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса тормошҡа ашырылған проекттар һаны йылдан-йыл арта. Мөһим программала ҡатнашыусылар араһында Баймаҡ районы Темәс ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы ла бар. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Айгөл Байрамғолова хәбәр итте.
Уйын майҙансыҡтарын яңыртыу балаларҙың сәләмәтлеген саф һауала нығытыуға, уйын эшмәкәрлеген ҡыҙыҡлыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп ойошторорға ярҙам итер ине тигән маҡсаттан сығып, дәртләнеп эшкә тотондоҡ, ти Айгөл Байрамғолова.
– Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, еңеп сығырға һәм уйлағанды тормошҡа ашырырға тигән ҡарарға килдек. Балалар баҡсаһына уйын ҡоролмаларын һатып алып урынлаштырыу проекты буйынса ойошторолған сараларға ата-әсәләр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы әүҙем ҡушылды.Проекттың тормошҡа ашырылыуы инициатив төркөмдөң әүҙемлегенә лә бәйле. Улар халыҡ менән эшләй, бағыусылар эҙләй, сығыштар, йыйылыштар үткәрә, документтар туплай, гәзит-журналдарҙа сығыш яһай. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә үҙҙәренең сағыу һүрәттәре аша, татлы хыялдары уйын майҙансығын һүрәтләй, – тип хәбәр итте ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.