Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2024, 12:55

Хәйбуллала һирәк осраған тәбиғәт күренешен – «бейеүсе» боҙ киҫәген видеоға төшөрөп алғандар

Хәйбулла районында ғәжәйеп тәбиғәт күренешен – «бейеүсе» боҙ киҫәген видеоға төшөргәндәр. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.

Ураҙбай ауылында йәшәүселәр йылғала циркуль менән һыҙған кеүек түп-түңәрәк боҙҙо күреп хайран ҡалған.

«Бындай күренештәр әкрен аҡҡан йылғаларҙа һәм күлдәрҙә осрай. Өйөрмәле ағым боҙ ҡатламындағы түңәрәкте әкрен генә әйләндерә башлай. Шул рәүешле идеаль түңәрәк форма барлыҡҡа килә икән. 

Шул рәүешле идеаль түңәрәк форма барлыҡҡа килә икән», — ти белгестәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл сентябрҙә Өфө, Әлшәй, Күгәрсен райондарында, шулай уҡ Бөрөлә һәм Нефтекамала йәшәүселәр төньяҡ балҡышын күҙәтте, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-05/v-bashkirii-snyali-redkoe-prirodnoe-yavlenie-tantsuyuschuyu-ldinu-4038513

Видео: Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының телеграм-каналы
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас