Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2024, 12:41

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шәрм-әл-Шәйехкә осоштар программаһын башлай

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Мысырҙың Air Cairo авиакомпанияһы FUN& SUN туроператоры менән берлектә 5 декабрҙән «Өфө» аэропортынан популяр Шәрм-әл-Шәйех курортына чартер рейстарын башҡара башлай. Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был йүнәлештә 174 пассажир өсөн иҫәпләнгән Airbus A320 самолеттары оса.

Осоштар дүшәмбе иртәнге 7 тула 15 минутта һәм кесе йома таңғы 5 тула 5 минутта башҡарыла (урындағы ваҡыт). Юлға 5 сәғәт 50 минут ваҡыт китә.

Башҡортостандың баш ҡалаһынан Шәрм-әл-Шәйехкә тура рейстарҙы «Россия», AZUR Air һәм Almasria Airlines авиакомпаниялары ла башҡара, тип белдерҙеләр аэропортта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-04/egipetskiy-aviaperevozchik-zapuskaet-programmu-poletov-iz-ufy-v-sharm-el-sheyh-4037439

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас