Республика Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың Әр-Рәхим мәсете тураһындағы һорауына яуап биреп, объектты төҙөүгә бер нисә миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында белдерҙе .
– Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Унда башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме – беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манараларын эшләп бөтәсәкбеҙ. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров, алдағы дүрт йылда мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тип билдәләне.
– Өс йылдан объект 80 процентҡа төҙөлөп бөтәсәк. Бөтә төҙөлөш эштәре дүрт йыл дауам итер тип күҙаллайым, – тине республика Башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.