21:29 (UTC+5), 03 Декабря 2024

МХО ветераны Радий Хәбировҡа хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Фото: Олег Яровиков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Махсус хәрби операция ветераны Илдар Мамадрәхимов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында республика халҡына фронттағы яугирҙәргә ебәргән гуманитар ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны составында хеҙмәт иткән. Яраланғандан һуң өйөнә ҡайтҡан һәм хәҙер Нуриман районында фермер булып эшләй.

«Радий Фәрит улы, үҙемдең һәм иптәштәрем исеменән һеҙгә лә батальонға ярҙам күрһәткәнегеҙ, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән иптәшем менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәбеҙ, ул яугирҙәребеҙҙе отпускыға уңайлы автобустар менән алып ҡайтыуҙарына һәм кире илтеп ҡуйыуҙарына ныҡ ғәжәпләнгәйне. Мин быны шулай тейешле тип ҡабул итәм, әммә, ҡайһы бер яугирҙәр быға аптырай. «Бындайҙы бер ҡайҙа ла күрмәҫһең», — ти иптәшем. Шуның өсөн мин бөгөн һеҙгә рәхмәт әйтергә тип килдем», — тине Илдар Мамадрәхимов.

«Ысынында иһә беҙ һеҙгә рәхмәт әйтергә тейеш. Махсус хәрби операция илде, республикала йәшәүселәрҙе берләштерҙе. МХО-ла ҡатнашыусы — хәҙер иң мөһим кеше. Беҙ уның өсөн барыһын да эшләргә бурыслы», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-03/veteran-svo-poblagodaril-radiya-habirova-za-podderzhku-voennosluzhaschih-4035865

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика