14:15 (UTC+5), 03 Декабря 2024

Өфөлә Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш башланды

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш башланды. Ул БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарында һәм «Юлдаш» радиоһында халыҡтың иң көнүҙәк һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирәсәк.

Тура эфирҙы Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Кластташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин.

Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште алып барыусылар – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов һәм БСТ телеканалы алып барыусыһы Наил Юнысов.

Башҡортостан Башлығына һорауҙы «Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш» телеграм-боты аша, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм республика етәксеһенең рәсми сайтындағы махсус бүлек аша бирергә мөмкин.

Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә – республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда иң көтөп алынған ваҡиғаларҙың береһе, йола буйынса йыл аҙағында үтә.

Төбәк етәксеһе менән тура бәйләнеш йыл һайын булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәтселектең быға ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй. Шулай итеп, 2022 йылда 3345 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, 2 телекүпер ойошторолған, 16 видеоһорау бирелгән, залдан – 40, социаль селтәрҙәрҙән 41 һорау бирелгән.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, 2023 йылда барышында Радий Хәбиров 3 сәғәт 45 минут барған тура бәйләнеш барышында 50-нән ашыу һорауға яуап биргән. Тура бәйләнешкә социаль селтәрҙәрҙә 4299 мөрәжәғәт, 216 видеохәбәр ҡабул ителгән, ә Ситуация үҙәгенә 115 шылтыратыу килгән. БСТ телеканалында ғына тапшырыуҙы 900 мең самаһы кеше ҡараған. Бөтә һорауҙар ҙа контролгә алынған һәм яуап бирелгән.

Автор: Галина Бахшиева

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-03/v-ufe-nachalas-pryamaya-liniya-s-glavoy-bashkirii-4035068

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика