Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2024, 12:16

Республикала Советтар Союзы Геройҙарының һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың исемдәре мәңгеләштерелә

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан мәктәптәренә Советтар Союзы Геройҙары һәм республиканың күренекле эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелә. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған махсус хәрби операция яугирҙәре хөрмәтенә мәктәптәрҙә мемориаль таҡтаташтар асыла. Башҡортостан хөкүмәтенең тейешле ҡарарына премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Документҡа ярашлы, республика муниципалитеттары хакимиәттәре, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандар ошондай тәҡдим индергән.

Был эш ҡала һәм район бюджеттары иҫәбенә финанслана.

«Башинформ» Туймазы районының медицина колледжында махсус хәрби операцияла һәләк булған Раил Әхтәмовтың иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-03/v-bashkirii-uvekovechat-imena-geroev-sovetskogo-soyuza-i-uchastnikov-svo-4034212

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас