2 декабрҙә, Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан, Өфөлә инвалидтар өсөн социаль такси эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова хәбәр итте.
«Беренсе төркөм инвалидтары һәм инвалид балалар айына 4 тапҡыр бушлай социаль такси менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Таксиға кәмендә 3 көн алдан 8 800 787 77 77 номеры буйынса шылтыратып әйтергә кәрәк», — тип яҙҙы ведомство етәксеһе социаль селтәрҙә.
Сервис дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем — иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә, йома һәм байрам алды көндәрендә иһә 8-ҙән 4-кә тиклем эшләй, тип өҫтәне ул.
Социаль такси менән ҡайҙа барырға мөмкин?
— социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына
— башҡарма власть органдарына
— поликлиникаға, дарыуханаға
— медик-социаль экспертиза учреждениеларына
— социаль һәм пенсия страховкалау фонды бүлексәһенә
— паспорт-виза хеҙмәттәренә
— элемтә бүлексәләренә
— протез-ортопедия предприятиеларына
— дәүләт нотариаль контораларына, нотариусҡа
— суд власы һәм прокуратура органдарына
— коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүсе ойошмаларға
— Өфөнөң тимер юл вокзалына
— Өфө автовокзалдарына
— бушлай юридик ярҙам күрһәтеү учреждениеларына
— дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәргә
— М.Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортына.
Хәбәр иткәнебеҙсә, социаль такси хеҙмәтен асыу тәҡдимен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров индерҙе. Ул «Именлек» республика геронтология үҙәгендә ойошторола.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.