16:50 (UTC+5), 28 Ноябрь 2024

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президентына атаһының башҡорт теленә тәржемәләнгән китабын бүләк итте

Фото: Олег Яровиков
Инсаф Хужабирганов

Рәсәй – Ҡаҙағстан төбәктәре форумында Ҡаҙағстан яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кемел Тоҡаевтың детектив әҫәрҙәренән торған «Билдәһеҙ эҙ» исемле йыйынтығы башҡорт телендә нәшер ителде. Китап Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән донъя күрҙе. 

Проект етәксеһе — Башҡортостан Яҙыусылар Союзы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов. Йыйынтыҡҡа кергән өс повесты «Шоңҡар» журналы хеҙмәткәрҙәре Рәзинә Зәйнетдинова менән Заһиҙә Мусина тәржемә иткән. 

Кемел Тоҡаев ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә детектив жанрына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Ошо йыйынтыҡҡа ингән повестарында тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең эшенә бәйле ваҡиғалар йәнле итеп һүрәтләнә. Енәйәтселәрҙе ҡулға алыу өсөн милиционерҙар төрлө аҙымдарға бара, хатта ғүмерҙәрен дә хәүеф аҫтына ҡуя. Енәйәт ҡылыусылар ҙа ябайҙан түгел – сит илдә махсус уҡытылған шымсылар. 

Кисә Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың президенты Ҡасым-Жомарт Кемел улы Токаевҡа был китапты тапшырҙы. Ҡунаҡтың атаһының аяныслы яҙмышы тетрәндереүе хаҡында ла әйтте.

1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика