13:05 (UTC+5), 22 Ноябрь 2024

Өфөлә сирендәр ҡыш алдынан япраҡ ярған

Инсаф Хужабирганов

Өфөлә Октябрь проспектында сирендәр япраҡ ярған. Ҡалала йәшәүселәр интернет селтәрендә фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша. Был йылы һауа торошона бәйле, тип белдерә белгестәр.

Ошондай уҡ күренеш Бишбүләк районында ла күҙәтелә, 21 ноябрҙә төшөрҙөм, тип фотоһүрәттәр менән бүлешкән Лена Макарова.

Башҡортостанда ғына түгел, был күп төбәктәрҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә сирендәр хатта сәскә атҡан. Быйылғы көҙ аномаль йылы. Сентябрҙә ҡырауҙар булды. Был ваҡытта ағастар ҡышҡа әҙерләнеп, ҡалын ҡайыр менән ҡаплана башланы. Һуңынан йәнә көндәр йылыны. Йылы оҙаҡ торҙо. Һәм үҫемлектәр тағы уяна башланы. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был күренеш йыш күҙәтелә. Ул үҫемлектәр донъяһы өсөн ҡурҡыныс түгел, — тип белдерҙе Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институтының ғилми хеҙмәткәре Наталья Полякова.

Әйткәндәй, аҙна аҙағына тиклем Өфөлә йылы һауа торошо һаҡлана. Синоптиктар фаразы буйынса, уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була. Төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда көньяҡ-көнсығышта -10 градусҡа тиклем һалҡынайта, көндөҙ +3, -2 градус йылы булыуы көтөлә.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика