

Өфөлә капиталь ремонттан һуң туберкулезға ҡаршы диспансерҙың балалар бүлексәһе асылды. Был Өфөнөң медицина учреждениеларын яңыртыу республика программаһы сиктәрендә файҙаланыуға тапшырылған беренсе объект булып тора. Бөгөн учреждениеға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин килде.
Ведомство етәксеһе ремонт эштәренән тыш, бүлексәне яңы медицина ҡорамалдары, мебель, офис техникаһы менән йыһазландырыу хаҡында һөйләне. Әсә һәм бала бүлмәһе, уйын бүлмәһе булдырылды, һауа таҙартҡысы булған заманса елләтеү системаһы ҡуйылды.
«Беҙҙең өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим ине, сөнки туберкулез менән сирләгән пациенттар оҙаҡ дауаланырға мәжбүр, бының хатта ике йылға һуҙылыуы мөмкин», — тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры.
Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Өфөнөң медицина учреждениеларын яңыртыу программаһына 118 медицина объекты индерелде. Алты йылда дөйөм финанслау күләме — 8 миллиард һум.
Быйыл программала алты медицина ойошмаһы ҡатнаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.