Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә яңы йыл байрамына республиканың ҡала-райондарын биҙәү эштәрен тиҙләтергә ҡушты.
— Бөгөн иртә менән һәм кисә кис көнө Мәскәү урамдары буйлап үттем. Мәскәү Яңы йылға әҙерләнә башлаған, күп объекттарҙың байрам иллюминацияһы бар. Һеҙгә лә ошо эште башларға кәрәк, - тине Радий Хәбиров Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан халҡын Яңы йылға бай мәҙәни программа көтөүе хаҡында хәбәр иткәйне.