06:01 (UTC+5), 18 Ноябрь 2024

Бөрйән районында яңы экоһуҡмаҡ асыла

Бөрйән районында яңы экоһуҡмаҡ төҙөлә, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» милли паркынан.

Фото: «Башҡортостан» милли паркының телеграм-каналы
Галина Бахшиева

«Башҡортостан» милли паркында яңы маршруттың исеме Айыуғутарған тип атала. Ул Ағиҙел йылғаһы буйындағы «Антон ҡаяһы» кемпингынан башлана.

Өс саҡрымлыҡ экоһуҡмаҡ буйлап ошо уҡ исемле тауға артылырға мөмкин. Тау башында иһә хозур тәбиғәт күренеше асыла.

Йәйге туристик миҙгел башланыуға мәғлүмәт таҡталары, күрһәткестәр ҡуйыла, ял итеү өсөн урындар әҙерләнә.

«Экоһуҡмаҡтан үҙаллы үтергә була, экскурсовод менән йөрөгәндә ошо урындарҙың тарихын белергә, тау аҫтындағы мәмерйәне, бейеклеге бер метрға етә яҙған ҡырмыҫҡа ояларын күрергә мөмкин», — тип хәбәр итәләр «Башҡортостан» милли паркының телеграм-каналында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-18/v-burzyanskom-rayone-bashkirii-poyavitsya-novaya-ekotropa-4012260

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика