


Бөгөн, 14 ноябрҙә, Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС-ында алтын туйҙарын билдәләгән ун ғаиләне тәбрикләү тантанаһы үтте. Юбилярҙарҙы тормоштарындағы иҫтәлекле көндәре менән район хакимиәте башлығы Сергей Плотников ҡотланы.
«Уларҙың иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүҙәренә — 50 йыл, шатлыҡ-ҡыуаныстар, һынауҙар, һөйөү менән тулы тормош. Һәр береһе матур тормош юлы үткән. Күҙҙәрендә һаман да саф мөхәббәт сатҡыһы һүнмәгән. Улар ныҡлы ғаилә ҡорған, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр үҫтергән, хәҙер йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Юбилярҙарҙы ихлас ҡотлайым һәм артабан бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйем», — тине ул.
Илебеҙҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында Өфөнөң Октябрь районында 50 йыл бергә йәшәгән 103 пар тәбрикләнде, тип өҫтәне район башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.