Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2024, 10:27

Республикабыҙҙа балаларҙың иң популяр исемдәре аталды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре билдәле булды. Статистика ЗАГС-тың онлайн-реестрында баҫылған.

Әйтәйек, малайҙар араһында Әмир исеме киң таралған. Артабан Тимур, Марк, Артем һәм Эмир исемдәре килә. Ҡыҙҙарға йышыраҡ Әминә, София, Эмилия, Ева һәм Арина тип ҡушалар.

2024 йылда малайҙарға — Мөхәммәтәмин, Бексолтан, Анасжон, Монте, Әнүәр, ә ҡыҙҙарға  Дәфнә, Адалин, Аэлита Алтынай, Мила Диана, Аилә тигән үҙенсәлекле исемдәр биргәндәр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-13/v-bashkirii-nazvali-samye-populyarnye-detskie-imena-4006678

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас