12:23 (UTC+5), 13 Ноября 2024

Республикала 10,7 меңдән ашыу кеше газ үткәреү өсөн сертификат алған

Фото: Ксения Калинина
Иван Вавилов

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2019 йылдан республикала йәшәүселәр йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат алырға мөмкин. Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Александр Борисов Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнештә белдереүенсә, уның менән 10 790 кеше файҙаланған, ә сертификаттарҙың дөйөм суммаһы 898,63 миллион һум тәшкил иткән.

Уларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, махсус хәрби операция яугирҙәре, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, килеме түбән булған ишле ғаиләләр һәм граждандарҙың башҡа льготалы категориялары алырға мөмкин.

«Программа шарттары буйынса, республикала даими йәшәргә кәрәк, үҙ йортоң йәки йорттоң милек хоҡуғында өлөшөң булырға тейеш», — тип билдәләне тура бәйләнеш ҡунағы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 1 ғинуарынан сертификаттың хаҡы 100 мең һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-13/v-bashkirii-svyshe-10-7-tysyachi-zhiteley-poluchili-sertifikaty-na-gazifikatsiyu-4006472

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика