Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2024, 10:08

Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

12 ноябрҙә Башҡортостанда урыны менән ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 15 метрға етеүе ихтимал. Һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән секундына 15 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә -4, -9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ 0, -5° градус. Автомобиль юлдарына төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге – 500-1000 метр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-11/zhiteley-bashkirii-ozhidayut-sneg-gololeditsa-i-veter-4004016

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас