25 декабрҙә Өфөлә уҡыусылар өсөн республика яңы йыл шыршыһы ойошторола. Байрамға уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырыла. Йәмғеһе мең бала килер тип көтөлә. Яңы йыл тамашаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Яримов хәбәр итте.
Бынан тыш, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә Яңы йыл кисәләре, ә ҡышҡы каникулдарҙа муниципалитеттарҙа яңы йыл ғаилә уйындары ойошторола. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, әле муниципалитеттар балалар өсөн мәҙәни саралар программаһын әҙерләй. 2024 йылдың 20 декабренән 2025 йылдың 10 ғинуарына тиклем республиканың мәҙәниәт учреждениелары 1,93 миллион кеше өсөн 28 мең сара үткәрергә йыйына.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.