Бөгөн, 8 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.
«Яҡшы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм! Һеҙ хоҡуҡ тәртибе һағында тораһығыҙ, тыныс тормошто һаҡлайһығыҙ. Юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, эштә принципиаллек һеҙгә енәйәткә ҡаршы көрәшергә, йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә ярҙам итә. Полиция быйыл 20 меңдән ашыу енәйәтте асҡан, уларҙың меңдән ашыуы уҙған йылдарҙа ҡылынған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеге киң. Енәйәттәрҙе тикшереү, енәйәтселекте иҫкәртеү, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш. Экстремизмға, миграция закондарын боҙоуға, киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә етди иғтибар бүләһегеҙ. Граждандарыбыҙҙы, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙе телефон аша мутлашыусыларҙан яҡлау мөһим. Уларҙың эшмәкәрлегенән килтерелгән зыян йөҙләгән миллион һум менән иҫәпләнә.
Маҡсатыбыҙ уртаҡ – сәйәси тотороҡлоҡто һаҡлау, дәүләт ҡоролошо һәм гражданлыҡ йәмғиәте нигеҙҙәрен нығытыу. Бының өсөн республиканың власть органдарына һәм полицияға бергәләп, тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәк», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика эске эштәр органдарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Быйыл ғинуарҙан йәмәғәт именлеген һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙы тәьмин иткән полиция хеҙмәткәрҙәренә квартал һайын республика ҡаҙнаһынан аҡса түләнә.
Республика киләсәктә лә хоҡуҡ һаҡлау органдарына уларҙың яуаплы хеҙмәтендә, шул иҫәптән төбәк һәм маҡсатлы программалар сиктәрендә ярҙам итер, тип ышандырҙы Башҡортостан Башлығы.
«Тағы ла бер тапҡыр һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Әлбиттә, хөрмәтле Александр Александрович Прядконы полиция генерал-лейтенанты дәрәжәһен алыуы менән ҡотлайым. Киләсәктә лә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләрбеҙ, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу буйынса бурыстарҙы лайыҡлы хәл итербеҙ тип ышанам. Эске эштәр органдарының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә тыныслыҡ һәм именлек, ныҡлы һаулыҡ, яуаплы эштәрендә уңыштар теләйем», – тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров шулай уҡ иң яҡшы полиция хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.