Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы төбәктәргә туризм өсөн өс йылға — 2025-2027 йылдарға берҙәм субсидия биреүгә конкурсын иғлан итте. Уның йыллыҡ күләме — 9 миллиард һум, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында ойошторолған конкурсҡа ғаризалар2024 йылдың 6 декабренә тиклем ҡабул ителә.
«Берҙәм субсидия пляждар һәм милли туристик маршруттар булдырыуға йүнәлтелелергә мөмкин», — тип белдерҙеләр Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Бынан тыш, ошо аҡсаға туристик ҡорамалдар, кемпинг палаткалары һатып алырға, ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен төҙөкләндереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға, шулай уҡ төбәктең туристик ҡеүәтен үҫтереү өсөн фестивалдәр ойошторорға була.
Тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 15 ноябрҙә «Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге» проекты башлана. Был көндә Башҡортостандан «көмөш» туристарҙың тәүге төркөмө Үзбәкстанға юллана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.