

Рәсәй Хөкүмәте быйыл яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь скрининг үткәреү өсөн төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 770 миллион һум аҡса бүлде. Был хаҡта федераль Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Финанс ярҙамы «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһына ингән «Киңәйтелгән неонаталь скринингты тәьмин итеү» федераль проекты сиктәрендә күрһәтелә.
Киңәйтелгән неонаталь скрининг — яңы тыуған балаларҙа нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәргә тикшереү үткәреү. Бындай тикшереүҙәр ҡаты сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға һәм тиҙ арала тейешле медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Бынан алдараҡ властар төбәктәргә федераль һәм республика медицина үҙәктәренә неонаталь скрининг өсөн ҡорамалдар һатып алыу өсөн 346,3 миллион һум аҡса бүлде.
Яңы тыуған сабыйҙарҙың һаулығын тикшереү барышында ниндәй анализдар алыуҙары хаҡында тулыраҡ бында уҡырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.