Синоптиктар фаразы буйынса, шаршамбы, 6 ноябрҙә, ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5 градус.
Кесаҙна, 7 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -5, -10 градус, аяҙытҡанда -15 градус, көндөҙ -1, -6 градус.
Йома, 8 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, аяҙытҡанда -15 градус, көндөҙ -1, -6 градус була.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-06/v-bashkirii-poholodaet-do-15-3997028