10:15 (UTC+5), 06 Ноября 2024

Радий Хәбиров Яңы Балаҡатай ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

6 ноябрҙә Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Айҙар Хөсәйеновтың, Василий Колобовтың, Илсур Яҡуповтың, Анатолий Лыковтың, Юлиан Швидконың ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ысын ир-егеттәр, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләп үҫтергән өсөн ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Яҡташ яугирҙәр был наградаға (үлгәндән һуң) хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған.

Радий Хәбиров ата-әсәләргә республика кардиология үҙәгендә махсус әҙерләнгән программа буйынса дауаланырға һәм реабилитация курсын үтергә тәҡдим итте. Был иһә республика улар өсөн эшләй алғандың бер өлөшө генә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Балаларығыҙ – үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ысын геройҙар. Барыбыҙ ҙа улар менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Төп бурысыбыҙ – Тыуған иле өсөн ғүмерен ҡорбан иткән яугирҙәрҙе онотмау, уларҙың ғаиләләрен иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыу. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе мин шәхсән контролдә тотам.

Республика етәксеһе район хакимиәтенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты.

Радий Хәбиров республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40 ярҙам сараһының ҡабул ителеүе хаҡында һөйләне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-06/radiy-habirov-vstretilsya-v-sele-novobelokatay-s-semyami-pogibshih-uchastnikov-svo-3997691

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика