Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2024, 17:06

Өфө мэры коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланыуы хаҡында белдерҙе

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡаланы ҡарҙан таҙартыу буйынса оператив кәңәшмәлә коммуналь һәм торлаҡ хужалығы идаралыҡтары етәкселәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланыуын белдерҙе.

«Һеҙҙең өсөн йоҡоһоҙ осор етте. Ныҡлы контроль булырға тейеш. Урамдарҙа, ихаталарҙа һәм йәмәғәт транспортында уңайһыҙлыҡтар килеп тыумаһын өсөн ҡышҡыһын бар көстө һалып эшләргә кәрәк», — тине Мәүлиев.

Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, бөгөнгә 15 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған, махсус техникалар эшләй.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 6 ноябрҙә Өфөлә айлыҡ норманың 17-23 проценты яуған, ә иртән баш ҡалала 10 баллы тығындар теркәлгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-06/mer-ufy-zayavil-o-nachale-bessonnoy-pory-dlya-kommunalschikov-3997875

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас