Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме тураһында әйтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына дрондар үтеп итергә маташты. Алдан күрелгән саралар һөҙөмтәһендә һөжүм уңышһыҙ тамамланды, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Күп көс һалыуыбыҙ, ошо предприятиеларҙың етәкселәре менән терроризмға ҡаршы комиссия ултырышын үткәреүебеҙ, оҙаҡ әҙерләнеүебеҙ дөрөҫ булды. Пассив һаҡлау системаһын, шулай уҡ асыҡлау, күҙәтеү, баҫтырыу һәм юҡ итеү системаһын үҙ эсенә алған ҡатнаш система булдырҙыҡ. Был эште дауам итербеҙ», - тип билдәләне республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе БПЛА предприятиеларҙың береһенә төшкән, оператор бүлмәһендәге тәҙрәләр ватылған. Тағы икәүһе сәнәғәт зонаһына ҡолаған. Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ.