16:00 (UTC+5), 05 Ноябрь 2024

Әбйәлилдәр МХО яугирҙарына күсмә мунса ебәрҙе

Фото: Әбйәлил районы хакимиәте
Инсаф Хужабирганов

Әбйәлил районының Амангилде ауыл биләмәһе халҡы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына әүҙем ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда Ҡаҙмаш ауылында яугирҙарҙың үтенесе буйынса күсмә мунсалар төҙөүгә тотонғандар. Төҙөлөштө башлап ебәргән инициатив төркөмгә бөтә ауыл ир-егеттәре ҡушылған. Изге эштә Амангилде ауылы биләмәһе башлығы үҙе әүҙем ҡатнаша.

– Былтыр алғы һыҙыҡҡа ике күсмә мунса ебәрҙек. Күптән түгел тағы ла берәүһен тамамланыҡ. Кисә ауылдаштар дүрт машина гуманитар ярҙам менән МХО зонаһына юлланды. Яугирҙарға күсмә мунса ғына түгел, йылы кейем, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрҙек. Ауыл халҡы менән 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙыҡ. Һәр кемгә хеҙмәте, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Ҡаҙмаш мәктәбе директоры Зариф Атауллин.

Илгә килгән һынауға Ишкилде ауылында йәшәүселәр ҙә битараф түгел. Бында ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй.

– Ошо көндәрҙә 10 пар ойоҡбаш әҙерләнек, ауыл клубы мөдире уларҙы район үҙәгенә тапшырасаҡ. Ял көндәрендә ҡатын-ҡыҙҙар менән клубта йыйылабыҙ, өйҙә лә бәйләйбеҙ. Яҡташтарыбыҙға ғына түгел, барлыҡ махсус операция яугирҙарына ярҙам итәбеҙ. Күптән түгел сифатлы итектәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алып ебәрҙек, – ти Нурия Усманова.

Әбйәлил районы хакимиәте
Фото: Әбйәлил районы хакимиәте

Урал аръяғы халҡы МХО-ла ҡатнашыусыларға айырыуса әүҙем ярҙам күрһәтә. Әйтәйек, Баймаҡ районы алғы һыҙыҡҡа 26 ҙур гуманитар ылау, атап әйткәндә, 14 машина (УАЗ, «Нива»), 7 «Урал» мотоциклы, 9 күсмә мунса, запас частар, дронға ҡаршы саралар, буржуйка-мейестәр, эш ҡоралдары, бысҡылар, тепловизор, йылы кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрҙе. «Башинформ» шулай уҡ Ейәнсура районынан үҙ теләге менән МХО-ға киткән өс ағалы-ҡустылы хаҡында яҙҙы.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика