

«Урал һауа юлдары» авиакомпанияһы Рәсәй туроператорҙары менән берлектә 5 ноябрҙән Өфөнән Мысырҙың Шәрм-әл-Шәйех курортына чартер рейстарын аса. Был турала «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Осоштар 10-11 көнгә бер тапҡыр башҡарыла. Самолет Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө 12 тула 35 минутта оса. Юлға 6 сәғәт 15 минут ваҡыт китә.
Был йүнәлештә 236 пассажир өсөн иҫәпләнгән Airbus A321 самолеттары йәлеп ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһынан Шәрм-әл-Шәйехкә тура осоштарҙы AL MASRIA, Azur Air һәм «Рәсәй» авиакомпаниялары башҡара.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.