

Шишмә районынан «Лис» позывнойлы яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Муниципалитет хакимиәте башлығы Ришат Мансуров хәбәр итеүенсә, ул Донбасты азат итеүҙә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн билдәләнгән.
«Лис» — элекке хәрби, беренсе һәм икенсе Карабах һуғышында ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Өйҙә уны ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Башҡортостандан егеттәр күп, ти ул. Яраланғанын, иптәштәренең алты саҡрым һөйрәп барғанын һөйләне. Телевидениела яугирҙәрҙең бер-береһенә ярҙамға килеүе тураһында һөйләүҙәре дөрөҫ», — тип яҙған Ришат Мансуров үҙенең телеграм-каналында.
Башҡортостанда йәшәүселәр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус операция биләмәһендә илебеҙҙе яҡлаған яҡташтарына ҡушыла ала. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл июль айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканан түләүҙең суммаһы 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем арттырылды. Өфөлә лә Оборона министрлығынан контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙең күләме 300 мең һумдан 400 мең һумғаса күтәрелде.
Шулай итеп, контрактҡа ҡул ҡуйғас, түләүҙең дөйөм суммаһы 3 миллион 850 мең һум була.
Башҡортостандан контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19, һайлап алыу пунктының (347) 248-29-31 һәм ҡыҙыу бәйләнештең 8-800-550-55-25 номерына шылтыратып бирергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында йәки телефон аша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.