07:08 (UTC+5), 30 Октября 2024

Черниковка биҫтәһенең визит карточкаһы булдырыла

Фото: Юлия Бахшиева
Галина Бахшиева

Өфөнөң Беренсе май урамын төҙөкләндерергә йыйыналар. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов хәбәр итте.

«Беренсе Май урамын төҙөкләндереү эшенә ентеклерәк туҡталдыҡ, — тип яҙҙы ул район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәнән һуң. — Алдыбыҙға Черниковканың төп урамын райондың визит карточкаһына һәм халыҡты йәлеп итеү урынына әйләндерергә тигән маҡсат ҡуябыҙ».

Ғәзизйән Әхмәтйәнов һүҙҙәренсә, бының өсөн районда ойоштороу комитеты төҙөлә. Уға профилле структуралар, шул иҫәптән административ комиссия һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге индерелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-30/v-ufimskoy-chernikovke-poyavitsya-svoya-vizitnaya-kartochka-3989197

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика