Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2024, 11:14

Башҡортостанда ноябрҙең тәүге көнөндә епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ көтөлә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, йома, 1 ноябрҙә, ваҡыты менән ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ 0, +5°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала октябрҙең һуңғы көндәре һалҡын һәм ямғырлы була. Бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, аяҙытҡанда -8°, -10°, көндөҙ +1, +6°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-30/v-bashkirii-v-pervyy-den-noyabrya-ozhidayutsya-mokryy-sneg-i-gololed-3988899

 

Авторҙар: Альмира ДавлетбаеваДарья Субботина
Читайте нас