11:29 (UTC+5), 30 Октября 2024

Радий Хәбиров Белоретта йәшәгән атҡаҙанған тренерҙар менән таныштырҙы

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Ләйлә Аралбаева

Тренер көнөндә Башҡортостан Башлығы Белоретта йәшәгән Татьяна Васильевна һәм Евгений Гаврилович Сенченколар ғаиләһе менән таныштырҙы. Икеһе лә — еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары. Улар 49 йыл бергә.

Һәр береһенең ярты быуатҡа яҡын педагогик стажы бар. Сенченколарҙың тәрбиәләнеүселәре араһында — билдәле спортсылар, спорт мастерҙары, абруйлы турнирҙарҙа еңеүселәр, Европа, донъя чемпионаттарында һәм Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар. Иң билдәлеләренән олимпиясылар Галина Богомолованы, Лилиә Шобухованы, Егор Николаевты әйтеп үтергә мөмкин. Талапсан, әммә ғәҙел, шаяртып та, әрләп тә алырға мөмкиндәр, ти спортсылар Татьяна һәм Евгений Сенченко хаҡында. Улар тәрбиәләнеүселәренә һөнәр, юғары уҡыу йортон һайларға ярҙам иткән. Егет-ҡыҙҙарҙа яуаплылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм эш һөйөүсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләгән.

Бөгөн Сенченколар Белорет районы тренерҙары менән бергә Белорет районының Спорт даны һәм ҡаҙаныштары мемориалын асыу тантанаһына йыйылды. Һәйкәл «Атайсал» проекты буйынса Белорет халҡы йыйған аҡсаға ҡуйылды.

«Татьяна Васильевнаны, Евгений Гавриловичты һәм республиканың барлыҡ тренерҙарын һөнәри байрамы менән ихлас ҡотлайым. Әһәмиәтле эшегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм тәрбиәләнеүселәрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, еңеүҙәр теләйем!», – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-30/glava-bashkirii-rasskazal-o-zasluzhennyh-trenerah-senchenko-iz-beloretska-3989651

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика