09:51 (UTC+5), 28 Октября 2024

Республикала яңы тау саңғыһы трассалары асыла

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Башҡортостан ҡышҡы туристик миҙгелгә әҙерләнгән. Ҡыш көнө республика биләмәһендә 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта барлыҡ тау саңғыһы үҙәктәре лә тиерлек техник хеҙмәтләндереү үтте, канат юлдары һәм күтәргестәр файҙаланыуға әҙер. Илеш районының «Ал рауза янында», Нуриман районының «Ҡыҙыл шишмә» һәм Учалының «Родео» тау саңғыһы үҙәктәрендә ҡышҡа яңы трассалар сафҡа индерелә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» йәйгеһен Башҡортостанға 900 мең туристың килеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Туризм өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр күләме ағымдағы йылда 13,7 миллиард һумға еткән, ә май айынан авгусҡа тиклем ул 8,7 миллиард һум тәшкил иткән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-28/v-bashkirii-zapustyat-novye-gornolyzhnye-trassy-3986808

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика