09:33 (UTC+5), 25 Октября 2024

Башҡортостан депутаттары туриндустрия хеҙмәткәрҙәре өсөн маҡтаулы исем булдырыуҙы хупланы

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын хупланы. Уға ярашлы, республикала «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туризм өлкәһе хеҙмәткәре» тигән яңы маҡтаулы исем индерергә тәҡдим ителә. Ул юғары һөнәри оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелергә тейеш.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, әле Башҡортостандың туристик тармағында 20 меңгә яҡын кеше эшләй. Яңы маҡтаулы исем һөнәрҙең абруйын күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыр ине. Алтай, Хабаровск крайҙарында, Кострома, Мәскәү өлкәләрендә, Крымда һәм Адыгеяла бындай исемдәр бар. Федераль кимәлдә лә булдырыу планлаштырыла.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутатының хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы алыуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-25/deputaty-bashkirii-odobrili-vvedenie-pochetnogo-zvaniya-dlya-rabotnikov-turindustrii-3983837

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика