

Башҡортостанда 91 йәшлек Талха Яҡупов үҙенең «Урал» мотоциклын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәргән. Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәгән яҡташыбыҙҙың ошо аҙымы тураһында муниципалитет хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
«Талха Әбүталип улы быуынына өлкәндәр менән бер рәттән һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы күтәрергә тура килә, шуға ул тыныс ваҡыттың ҡәҙерен яҡшы аңлай. Бындай ҡарарҙың сәбәптәрен һорашҡас, ул беҙгә ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирҙе: «Тыуған илде һаҡлау өсөн!», – тиелә Ишембай районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Минең әле тик торған ауыр һәм ҡеүәтле ике тәгәрмәсле техникам Донбастың фронт юлдарында башҡорт яугирҙәренә нығыраҡ кәрәк, тип иҫәпләй аҡһаҡал.
«Үҙем Ватанға хеҙмәт итә алмайым инде, әммә уны һаҡлаусыларға ярҙам күрһәтерлек мөмкинлегем бар!» — тип билдәләне Талха Яҡупов.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.