
Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Тымыҡ океан флоты караптары – «Өфө» дизель-электр һыу аҫты кәмәһе һәм «Алатау» ҡотҡарыу буксиры Һиндостандың Кочи портында туҡталды.
Диңгеҙселәр Һиндостан хәрби-диңгеҙ көстәренең Көньяҡ хәрби-диңгеҙ командованиеһы вәкилдәре менән осраша, спорт ярыштарында ҡатнаша, шулай уҡ запастарын тулыландырырға мөмкин, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Һиндостандағы илселеге.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың мартында «Өфө» һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлдө, һуңынан бер нисә ай буйына ул Балтик диңгеҙендә һынау үтте. Ноябрҙә рәсми рәүештә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты составына инде. Һыу аҫты кәмәһе Тымыҡ океан флоты өсөн 636.3 проектының дизель-электр һыу аҫты кәмәләре серияһында дүртенсе булып тора. Ул 2019 йылдың ноябрендә төҙөлә башланы.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.