Өфөлә «Торатау» конгресс-холы янындағы парковка ваҡытлыса ябыла. Сикләү 23 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тән 24 октябргә көндөҙгө 2-гә тиклем ғәмәлдә була, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Был 150-се гуманитар ылауҙы оҙатыуға әҙерләнеү менән бәйле. Баш ҡала хеҙмәттәре ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын автомобилдәр ҡуйыу өсөн башҡа урындарҙы һайлауҙарын һорай.