


2024 йылдың 21 октябренән 1 декабренә тиклем Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә Бәләбәй районынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме 100 меңдән 400 мең һумғаса арттырылды. Урындағы район Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, хәҙер Бәләбәй районында бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы 1 миллион 305 мең һум тәшкил итә, шул иҫәптән Оборона министрлығынан – 400 мең, республиканан – 505 мең, ә эш хаҡы менән бергә һәр контрактсы беренсе йылда 3 805 000 һум алырға мөмкин.
Контракт төҙөү өсөн ғаризаны Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссариатында ҡалдырырға кәрәк. Адресы: Көнсығыш урамы, 72. Белешмәләр өсөн хәрби комиссариат телефоны: 8(34786) 5-39-99. Тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һеҙгә хәрби комиссариат буйынса дежурный яуап бирә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфө һәм Стәрлетамаҡ хакимиәттәрендә лә шундай ҡарарҙар ҡабул ителде. Уларҙың контрактсылары муниципалитеттан 400-шәр мең һум ала.
Ошо көндәрҙә Өфөлә «Һаҡлаусы» берҙәм тәҙрәһе режимында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Башҡортостандан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки 7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.