

26 октябрҙә Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр «Бөтә Рәсәй йәрминкәһе» ойошторола (Р.Зорге урамы, 41). Ойоштороусылар әйтеүенсә, фольклор элементы өҫтөнлөк иткән йәрминкә форматын киңәйтеү, шулай уҡ Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙарҙы һатып алыусыларға еткереү сараның төп маҡсаты булып тора.
«Бөтә Рәсәй йәрминкәһе» — ул сауҙа майҙансығы ғына түгел. Бында ҡунаҡтарҙы сағыу мөхит, уйын-көлкө, йыр-моң һәм урында етештерелгән төрлө тауарҙар көтә, тип билдәләнә Өфө хакимиәте сайтында.
Йәрминкә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.
Көндөҙгө сәғәт 3-тә иһә бында «Бар ғаилә менән ялға!» девизы аҫтында «Атайҙар көнө» үткәрелә. Программала: атайҙар өсөн конкурстар, бүләктәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, «Атай барыһын да булдыра» флешмобы.
6+
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй бюджетында балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн 10 триллион һум ҡаралған.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.