

Рәсәй Хөкүмәте ағымдағы йылда ауыл ипотекаһы программаһын һаҡлап ҡалыу өсөн 6,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был сумма бынан алдараҡ бирелгән 142 меңдән ашыу займды субсидиялау өсөн иҫәпләнгән.
Йорт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 5% тиклем ставка менән льготалы кредиттар программаһын дауам итеүгә 330 миллион һум самаһы бүленә. Аҡсаны электр уты, һыу һәм газ, канализация үткәреүгә, йылылыҡ менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ инженер системаларын һәм ҡыйыҡты йүнәтеүгә тотонорға мөмкин.
2020 йылдың ғинуарынан ауыл ерендә өй һатып алыу һәм төҙөү, биш ҡатлы йорттарҙан фатир һатып алыу өсөн йылына 3% менән ауыл ипотекаһы башланды. Министрҙар кабинеты мәғлүмәттәре буйынса, дүрт йылда программала 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡортостанда 2020-2023 йылдарҙа 7 478 кеше ауыл ипотекаһы алған. Льготалы кредиттар күләме 16,7 миллиард һумдан ашҡан, был иһә илдә иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе, тип хәбәр иткәйне Башинформ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.