12:18 (UTC+5), 21 Октября 2024

Ирекмән ҡыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә атаһы менән осрашҡан

Фото: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты
Инсаф Хужабиргәнов

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика бүлексәһе ирекмәне Лилиә Сәғиҙуллина Курск өлкәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атаһы менән осрашҡан. Ҡыҙ күңел ҡушыуы буйынса эвакуацияланған халыҡҡа һәм яугирҙәргә ярҙам итә. Лилиә атаһы алғы һыҙыҡҡа киткәндән һуң ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә башлаған.

– Лилиәнең атаһы – 2022 йылдан махсус хәрби операция биләмәһендә. Ул гуманитар миссияны ойоштороусыларға атаһының хәҙер Курск йүнәлешендә үҙ бурысын үтәүе тураһында һөйләне, – тип хәбәр итте Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты координаторы Рөстәм Сәләхетдинов. – Халыҡ фронты уларға сюрприз әҙерләне – яҡындарҙың осрашыуын ойошторҙо. Яугир өсөн был Атайҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды.

«Ҡыҙымдың Курскиҙа икәнлеген белгәс, борсолоп киттем. Бында тыныс түгел. Әлеге осрашыуҙы ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Мудрый» позывнойлы яҡташыбыҙ.

Башинформ шулай уҡ Өфө районынан махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк оҙатыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-21/otets-i-doch-iz-bashkirii-vstretilis-v-zone-svo-3977342

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика