Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2024, 15:13

Өфөлә тантаналы рәүештә ишкәкле слалом комплексының беренсе сираты асылды

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

18 октябрҙә Өфөлә Европала аналогы булмаған ишкәкле комплекстың беренсе сиратын асыу тантанаһы уҙҙы. Ул «Демография» милли проектының «Спорт — йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән, төҙөлөш хаҡы — 825,6 миллион һум.

«Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн республикабыҙҙа ысынлап та сағыу, күптән көтөлгән ваҡиға. Баш ҡалабыҙҙа уникаль объектты, ҡатмарлы гидротехник ҡоролманы — ишкәкле слалом комплексын сафҡа индерәбеҙ. Бында ошондай матур, сағыу спорт төрө менән шөғөлләнергә теләгән кешеләр, беҙҙең балалар, малайҙар, ҡыҙҙар килер тип ышанам. Командабыҙ шәп, һикһәненсе йылдарҙан уҡ ишкәкле слалом менән шөғөлләнәләр. Эргәлә торған Алһыу Минәзева — Рәсәйҙең ишкәкле слалом буйынса йыйылма командаһында тәүгеләр иҫәбендә, беҙ республикала ошо спорт төрөнөң яңы йондоҙҙары ҡабыныр тип ышанабыҙ. Бөгөн мин ишкәкле слаломдың попечителдәр советы рәйесенә рәхмәт белдерәм. Уның  беҙҙең хөрмәтле сит ил эштәре министры Лавров Сергей Викторович икәнен беләһегеҙ. Рәсәйҙең ишкәкле слаломына нигеҙ һалған абруйлы белгестәрҙең береһе Сергей Павлович Папуш ошо федерацияның президенты булып тора, ул да минең янымда, был шатлыҡты бергәләп уртаҡлашырбыҙ тип ышанам. Халыҡҡа әйтер һүҙем бар. Йылы күле тирәләй эште дауам итербеҙ тип вәғәҙә бирҙем. Тиҙҙән бында йәнә бер объект төҙөй башлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Рәсәйҙең Ишкәкле слалом федерацияһы президенты Сергей Папуш республика етәкселегенә Башҡортостанда физкультураны һәм спортты үҫтереүгә етди иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ спортсыларға һөҙөмтәле күнекмәләр һәм ярыштарҙа яңы еңеүҙәр теләне.

250 метр оҙонлоҡтағы яңы ишеү каналында йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Ул донъя стандарттарына тап килә, ишкәкле слалом буйынса Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарын ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән.

Ишеү каналын асыу — беренсе өлөш, алда Үҙәк төҙөлөшөнөң икенсе сираты (спортсыларҙы, судьяларҙы һәм техник персоналды урынлаштырыу өсөн административ бина) башлана. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны —  5396,9 квадрат метр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-18/v-ufe-torzhestvenno-otkryli-pervuyu-ochered-unikalnogo-kompleksa-grebnogo-slaloma-3973329

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас