09:09 (UTC+5), 18 Октября 2024

БСТ телеканалында «Ҡайтыр» позывнойлы яугир тураһында тапшырыу эфирға сыға

Әлфиә Әһлиуллина

БСТ телеканалында Өфөнән «Ҡайтыр» позывнойлы яугир тураһында тапшырыу эфирға сыға. Был позывной махсус хәрби операция биләмәһендә Павел Самойлинға мөғжизә менән үлемдән ҡотолоп ҡалырға ярҙам иткән. Рәсәй президенты указына ярашлы Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән тағы ла бер геройҙың тарихын 18 октябрҙә киске сәғәт 10-да БСТ телеканалында «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тапшырыуында ҡарарға мөмкин.

Элекке журналист, республика хөкүмәте хеҙмәткәре Павел Самойлин 2023 йылдың ноябрендә контракт буйынса Донбасҡа хеҙмәт итергә киткәйне. Быйыл апрель башында яугир мөғжизә менән генә иҫән ҡалған.

«Ҡайтыр» хәрби операция барышында дрон-камикадзе һөжүменә дусар булған. Яҡташыбыҙ ҡаты яраланған, аңын юғалтып, дүрт көн буйына емереклектәр аҫтында ятҡан. Алыш тынғас, иптәштәре яу урынына килеп, уны эвакуациялаған. Уларҙың береһе Бишбүләк егете, «Колос» позывнойлы яугир булып сыҡҡан.

Мәскәү госпиталендә оҙаҡ дауаланғандан һуң «Ҡайтыр» уҙған аҙнала өйөнә ҡайтты. Өфөнөң тимер юл вокзалында уны туғандары, дуҫтары һәм коллегалары ҡаршы алды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-18/na-telekanale-bst-rasskazhut-o-boytse-svo-iz-ufy-s-pozyvnym-kaytyr-3973038

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика