

Өфөлә сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында Башҡортостан Башлығы һәм Өфө хакимиәте башлығы стипендиаттарының исемдәре билдәле булды. Ленин районы хакимиәтенең телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Эрнест Йосопов Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты дипломы менән бүләкләнде. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Теләпова етәкселегендә баян класында уҡый.
Өфө хакимиәте башлығының 34 стипендиаты иҫәбендә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең тағы өс тәрбиәләнеүсеһе бар: йәш ҡурайсы, Шамил Күсәмишевтең уҡыусыһы Камил Ильясов, думбырасы Тимур Киселев, уҡытыусы Гөлсәсәк Шәһәрғәзинаның класы, Артур Кәлимуллин, хореография бүлеге уҡыусыһы, уҡытыусыһы – Елена Феоктистова.
Ленин районы 7-се балалар музыка мәктәбенең аккордеон класы уҡыусыһы Милана Тайыпова ла Өфө хакимиәте башлығы стипендияһы менән бүләкләнде (уҡытыусыһы – Алевтина Бикбаева).
Яңыраҡ Башҡортостандан Алина Әбделмәнова «Артек»тың төп наградаһына лайыҡ булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.