12:12 (UTC+5), 17 Октября 2024

Өфөлә тағы бер автобус маршруты ҡиммәтләнә

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйлә Аралбаева

Өфөлә 291-се автобуста юл хаҡы үҙгәрә. Ул Шаҡша биҫтәһе, Базилевка, Федоровка, Йылҡыбай ауылдары, «Өфө-Арена» боҙ һарайы маршруты буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә.

Мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1 ноябрҙән ҡулаҡса, ҡулаҡсаһыҙ һәм «Алға» картаһы буйынса хаҡ түбәндәгесә була:

- 40 һум - ҡала һәм Шаҡша биҫтәһе буйлап, шулай уҡ Федоровка - Карпов юлында;

- 50 һум - Шаҡша биҫтәһе - Базилевка, Базилевка - Федоровка;

- 60 һум - Шаҡша биҫтәһе - «Ромашка» баҡсалары, «Ағиҙел» баҡсалары - Өфө, Базилевка - Жилин, Карпов - Базилевка;

- 70 һум - Шаҡша биҫтәһе - Йылҡыбай - Өфө, Шаҡша - Федоровка - Өфө, Шаҡша - Карпов - Өфө, Шаҡша - Жилин - Өфө;

- 80 һум - Шаҡша - Өфө һәм Өфө - Базилевка.

Йәмәғәт транспортында юл хаҡының ҡиммәтләнеүе запас частарға, яғыулыҡ-майлау материалдарына, автосервис һәм техник үҙәктәр хеҙмәттәренә, шулай уҡ лизинг түләүҙәренә хаҡтарҙың артыуына бәйле.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-17/v-ufe-podorozhaet-esche-odin-avtobusnyy-marshrut-3971340

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика