Журналистарға Башҡортостан хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын тапшырыу тантанаһында республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов журналистарҙың «Хәҡиҡәт. Яуплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына ғаризаларын ҡарау барышы хаҡында һөйләне.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңы премия 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды.
«Радий Фәрит улы былтыр Башҡортостан Башлығының журналистика өлкәһендә «Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Беренсе конкурстың ғаризалар тапшырыу кампанияһы тамамланды, конкурсҡа 90-ға яҡын эш ҡабул ителде. Был аҙнала конкурс комиссияһы үҙ эшен башлай. Ә Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһының тәүге лауреаттарын быйыл декабрҙә үк билдәләйбеҙ. Иң яҡшы 20 автор 300–шәр мең һум аҡса бирелә», – тип билдәләне Азат Бадранов.
Республика етәкселеге журналистарға ярҙам күрһәтеүгә етди иғтибар бүлә, тине Азат Бадранов. Был ижадҡа яңы этәргес булыр һәм республика журналистарын артабан да емешле эшләргә илһамландырыр, тигән ышаныс белдерҙе ул.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.