«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының Башҡортостанда газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү тураһында мәҡәләһе «Газпром межрегионгаз» беренсе Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы тип танылды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Петербург халыҡ-ара газ форумында уҙҙы.
Беренсе конкурсҡа электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән мәҡәләләр, шулай уҡ телесюжеттар ҡабул ителде. Журналистарҙың эштәрен профессиональ медиаберләшмә вәкилдәренән торған жюри баһаланы. Жюри рәйесе булып «Газпром межрегионгаз» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Густов сығыш яһаны.
Жюри «Башинформ» агентлығының махсус хәбәрсеһе Галина Бахшиеваның журналист эшен «Мәғлүмәт агентлығында иң яҡшы мәҡәлә» номинацияһында еңеүсе тип таныны.