09:06 (UTC+5), 10 Октября 2024

Денис Пушилин Башҡортостан халҡына Донецк Халыҡ Республикаһына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

10 октябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында ДНР Башлығы Денис Пушилин үҙҙәренең хәрби ҡаһарманлығы һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары менән айырылып торған Башҡортостан халҡына Донецк Халыҡ Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында ведомство етәкселәре, яугирҙәребеҙ, табиптар, төҙөүселәр һәм водителдәр бар.

«Республика көнө алдынан Башҡортостанға килеүем минең өсөн оло мәртәбә. Тыуған илебеҙ һағында торған һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм. Мин беҙҙең ир-егеттәр, махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында һүҙ йөрөтәм, улар шул иҫәптән Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһын да азат итеүҙә ҡатнаша.

Белеүегеҙсә, Башҡортостан махсус хәрби операция башланғансы уҡ беҙгә әхлаҡи һәм гуманитар ярҙам күрһәтә ине. Быны әйтеп үтеү мөһим, сөнки тығыҙ кешелек мөнәсәбәттәренең баһаһы ҙур. Беҙҙе шулай уҡ ата-бабаларыбыҙҙың героик үткәне бәйләй.

Бөгөн үҙ ҡулдары менән тарихты яҙғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт һәм Башҡортостан Республикаһы көнө менән», – тип билдәләне Денис Пушилин.

Өфөлә Радий Хәбиров һәм Денис Пушилин Рәсәй Федерацияһы, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-10/denis-pushilin-poblagodaril-zhiteley-bashkirii-za-pomosch-dnr-3963117

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика