06:16 (UTC+5), 10 Октябрь 2024

Башҡортостанда яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына әҙерлек башланды

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

2025 йылда Башҡортостанда Яныбай Хамматовтың 100 йыллығы билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.  «Башинформ»ға билдәле булыуынса, ойоштороу комитеты составын республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев етәкләй. Ойоштороу мәсьәләләре менән мәҙәниәт министрлығы, милли китапхана, милли музей, яҙыусылар союзы һәм «Китап» нәшриәте вәкилдәре лә шөғөлләнә.

Яныбай Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Инйәр урта мәктәбендә уҡый, йәйге каникулдарҙа алтын йыуыу приискыларында эшләй, шунда старателдәр ауыр тормошо менән таныша. Ата-әсәһенән һәм ауылдаштарынан Граждандар һуғышы осоронда Белорет ерендә булған фажиғәле хәл-ваҡиғалар тураһында күп ишетә. Ҡыҙыҡһыныусан егеттең ул саҡта уҡ ошо турала яҙырға теләге тыуа. 1942 йылдың авгусында Яныбай Хамматов Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Һарытау өлкәһенең Вольск ҡалаһын әҙерлек үтергә ебәрелә. 1942 йылдың аҙағында бомбаға тотоу ваҡытында ауыр контузия алғас, ярты йылға яҡын госпиталдәрҙә дауалана. Һуңынан Орскиҙа кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә. 1946 йылда яуҙан ҡайтҡас, Әүжән алтын приискыһында эшләй, район гәзитендә мәҡәләләрен һәм шиғырҙарын баҫтыра. Шунда уҡ уның старателдәр тормошо тураһында беренсе хикәйәһе донъя күрә.

Яныбай Хамматов — егермегә яҡын роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйәләр авторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Яныбай Хамматов 2000 йылдың 28 сентябрендә донъя ҡуйған һәм Өфөлә ерләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-10/v-bashkirii-nachali-podgotovku-k-100-letiyu-pisatelya-yanybaya-hammatova-3962555

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика