Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2024, 15:31

Башҡортостан яугирҙәре дошмандың өс дронын бәреп төшөргән

Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге икенсе батальон яугирҙәре дошмандың «Баба-Яга» тибындағы өс дронын бәреп төшөргән. Был хаҡта батальондың телеграм-каналы хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, хәрбиҙәр, туҡтауһыҙ артиллериянан атыуға һәм FPV-һөжүмгә ҡарамаҫтан, пилотһыҙ аппараттарҙы бәреп төшөрә алған.

«Беҙ был хәшәрәткә Белгород өлкәһе күгендә осоп йөрөргә һәм тыныс халыҡҡа ҡамасауларға, шулай уҡ яуҙаштарыбыҙҙың тыныслығын боҙорға мөмкинлек бирмәҫбеҙ!» — тине Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүселәр яҡташтарына ҡушыла һәм Еңеүҙе яҡынайта ала. Бының өсөн Рәсәйҙең оборона министрлығы менән контракт төҙөргә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-10/boytsy-iz-bashkirii-sbili-tri-vrazheskih-drona-3963523

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас